Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2020, 15:00

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы иң яҡшы милли продукция фуд-фотоларына конкурс үткәрә

ӨФӨ, 2020 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары араһында «Башҡортостандыҡы — модала» конкурсын уҙғара, унда социаль селтәрҙәге яҙмалар ҡатнаша ала. Конкурс өс номинация буйынса ойошторола:
— Башҡорт аш-һыуы, ауыл хужалығы продукцияһының сифатын, әҙерләү барышын сағылдырған иң яҡшы фото;
— Башҡорт аш-һыуы, ауыл хужалығы продукцияһының сифаты, әҙерләү барышы тураһында иң яҡшы видеосюжет;
— Башҡорт аш-һыуы, ауыл хужалығы продукцияһының сифаты, файҙаһы, әҙерләү барышы темаһына социаль селтәрҙә, мәғлүмәт сайттарында иң шәп яҙма йәки мәғлүмәт.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Ғаризалар 30 сентябргә тиклем йыйыла, уларҙы [email protected] адресына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: