10:23 (UTC+5), 31 Декабря 2019

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанда йәшәгән өләсәһенең манты рецебы менән бүлеште

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яңы 2020 йылға 12 сәғәт ҡалғас, Башҡортостандың Раевка ауылынан күренекле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Instagram социаль селтәрендә ғаиләләрендә быуындан быуынға тапшырыла килгән манты рецебы менән бүлеште. Ләйсәнде ошо ризыҡты бешерергә өләсәһе өйрәткән.
«Ғаиләбеҙҙә 31 декабрҙә ҙур өҫтәл артына йыйылып, манты, бәлеш бешереү, салаттар эшләү һәм йылға йомғаҡ яһау йолаһы бар. Үҙеңде әкиәттә, бала саҡҡа ҡайтҡан кеүек итеп тояһың. Әйтерһең дә, миңә йәнә 10 йәш һәм мин өлкәндәргә өҫтәл әҙерләшәм... һәм мөһимлек тойғоһо. Бигерәк тә оло быуын үҙҙәренең хәтирәләрен иҫкә төшөрә башлаһа, ә бүлә-бүләсәрҙәр ауыҙҙарын асып тыңлай. Бөгөн күптәнге һорауығыҙ буйынса — манты!» — тип яҙҙы Үтәшева.
Комментарийҙарҙа Ләйсән Үтәшеваға, уның өләсәһенә һәм ғаиләһенә Яңы йылда һаулыҡ һәм тағы ла күберәк тәмле рецепттар теләйҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика