07:14 (UTC+5), 30 Декабря 2019

Башҡортостанда муниципалитеттар араһындағы конкурс еңеүселәре билдәләнде

https://glavarb.ru/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн, 30 декабрҙә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан башлығының 5 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған муниципалитеттарҙы иғлан итте.
Гранттар быйыл булдырылды. Улар республика социаль-иҡтисади үҫешенең айырым йүнәлештәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡалаларға һәм райондарға тапшырыла. Рейтинг төҙөгәндә биләмәләр өс төркөмгә бүленде: ҡала округтары, ҡалалы райондар һәм ауыл райондары.
«Халыҡ менән иң яҡшы бәйләнеш» номинацияһында Стәрлетамаҡ, Благовещен һәм Иглин райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы еңеүсе тип танылды.
«Инвестор менән диалог» номинацияһында иң яҡшылары — Ағиҙел, Баймаҡ һәм Архангел райондары.
«Таҙа муниципалитет» номинацияһында Октябрьский ҡалаһы, Туймазы һәм Илеш райондары грантҡа лайыҡ булды.
«Сәләмәт муниципалитет» номинацияһында Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары еңеү яуланы.
«Уңайлы ауыл» номинацияһында гранттар Учалы һәм Балтас райондарына тапшырыла.
Бынан тыш, федераль ҡануниәткә ярашлы 2018 йыл йомғаҡтары буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге баһаланды. Үткәрелгән мониторинг йомғаҡтары буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн Күмертау ҡалаһына, Бәләбәй, Яңауыл, Өфө, Борай, Мишкә, Нуриман, Мәсетле һәм Ғафури райондарына гранттар тапшырыла.
Бүләк фонды 75 миллион һум тәшкил итә. Гранттар, комплекслы баһалау буйынса рейтингҡа ҡарап, биләмәләр араһында бүленә. Уларҙы урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йүнәлтеү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика