10:32 (UTC+5), 30 Декабря 2019

Башҡортостанда 2020 йылда «Сәнәғәт сәғәте» барлыҡҡа килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылдың ғинуарында Башҡортостанда республика башлығы Радий Хәбиров эгидаһы аҫтында тематик кәңәшмәләр уҙғарыу сиктәрендә «Сәнәғәт сәғәте» ойошторола. Был хаҡта 30 декабрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.
Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев сәнәғәт секторының уҙып барған йылдың 11 айындағы эше тураһында доклад менән сығыш яһаны. Әйтәйек, республикала 2019 йылдың ғинуар-ноябрендә сәнәғәт етештереүе индексы 104,2% тәшкил итте (Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән 1,8 пунктҡа күберәк). Продукция сығарыу күләме 1,6 триллион һумға етте.
Башҡортостан башлығы республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына 2020 йылда власть органдары яғынан иғтибар һәм яҡлау талап иткән предприятиелар менән системалы эшкә күсергә, шулай уҡ индустриаль тармаҡтың проблемалы мәсьәләләрен хәл итеү буйынса тәҡдимдәр һәм механизмдар әҙерләү өсөн «Сәнәғәт сәғәттәре»н ойошторорға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика