04:10 (UTC+5), 30 Декабря 2019

Баш ҡалала «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыу күҙаллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыу күҙаллана. Ул 11,12, 18 һәм 19 ғинуарҙа була.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡарағайҙарҙы, аҡ шыршыларҙы, шыршыларҙы ҡаланың 24 майҙансығындағы махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға мөмкин. Бынан тыш, 18 ғинуарҙа «Аркада» һәм «Купец» сауҙа үҙәктәре биләмәһендә яңы йыл ағастарын утилләштереүгә тапшырыу өсөн өҫтәмә нөктәләр ойошторола.
Экопроектты ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың ғинуарында Өфөлә ошо акция барышында 1000-гә яҡын ағас йыйылды һәм икенсел эшкәртеүгә ебәрелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика