05:32 (UTC+5), 27 Декабрь 2019

Республикала яңы йыл төнөндә атмосфера процестарының әүҙемләшеүе көтөлә – Башгидромет

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 31 декабрҙә көндөҙ һәм яңы йыл төнөндә Башҡортостан биләмәһенә төньяҡ циклон өҫтөнлөк итә.
«Атмосфера процестарының әүҙемләшеүе – ҡар яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе, юлдарҙың айырым участкаларына көрт һалыуы көтөлә. Ошо циклондың йылы секторында яңы йыл төнөндә -2,-8, яңы йылдың беренсе көнөндә 0,-2 градус була», — тип белдерҙеләр Башгидрометүҙәктә.
Шулай уҡ 2019 йылдың 26 декабренән алып 2020 йылдың 4 ғинуарына тиклем уртаса һауа температураһының ғәҙәти күрһәткестәрҙән 3-4 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә тип хәбәр ителә.
Яңы йыл байрамдарында Өфөлә икенсе тапҡыр «Terra Zima» фестивале ойошторола. Саралар Ҡунаҡһарай янында (321 декабрь – 3 ғинуар) һәм «Ҡашҡаҙан» паркында (4-5 ғинуар) уҙғарыла. Элвин Грейҙың концерты, бәһлеүән Эльбрус Ниғмәтуллиндың сығышы, эттәр шоуы, Ҡарһылыуҙар парады, Балалар радиоһынан уйын-көлкө һәм башҡалар ҡаралған. Тулыраҡ программа менән фестивалдең сайтында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика