06:19 (UTC+5), 27 Декабря 2019

Нефть, ҡалдыҡтар, бауыр: ғалимдарға Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тапшырылды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Дүрт ғалимдар коллективының эштәре танылыу алды. Лауреаттарға наградаларҙы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тапшырҙы.
«Бөгөн республика етди фәнни тикшеренеүҙәргә һәм асыштарға мохтаж. Рәсәйҙең төп төбәге булараҡ Башҡортостан иҡтисадына сәнәғәттә, медицинала, экологияла һәм башҡа тармаҡтарҙа етди ҡаҙаныштар, технологиялар талап ителә. Беҙгә йылдам үҫеш моделе кәрәк, шуға күрә төбәктең ҡеүәтен мөмкин тиклем күберәк файҙаланыу мөһим, — тине Александр Сидякин. — Артабан ошо эшкә юғары уҡыу йорттарын, ғилми үҙәктәрҙе, күренекле ғалимдарҙы һәм белгестәрҙе нығыраҡ йәлеп итә алырбыҙ тип ышанам. Фәнни-белем биреү үҙәктәрен ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ».
Республикала фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары ике йылға бер тапҡыр тапшырыла, уларҙың күләме 500 мең һәм тәшкил итә. Быйыл конкурс комиссияһы төрлө тармаҡтарҙан килгән 13 ғаризаны ҡараны. Дүрт коллектив лауреат исемен алды. Улар – техноген ҡалдыҡтарҙы утилләштереү, нефть скважиналарын диагностикалау, ашҡаҙан аҫты биҙен һәм бауырҙы дауалау өлкәһендә яңы технологиялар уйлап табыусылар.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика