07:28 (UTC+5), 27 Декабря 2019

Өфөлә Еңеүҙең 75 йыллығына Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17-18 апрелдә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, форум барышында икенсе донъя һуғышында донъя халыҡтарының еңеүен тәьмин итеүҙә мәғариф системаһының роле һәм биләгән урыны, шулай уҡ хәрби-патриотик тәрбиә биреү традицияларын һәм еңеүҙе яҡынайтыуҙа айырым шәхестең роле тураһында фекер алышыу күҙаллана.
Конференция башланғанға тиклем материалдар йыйынтығында ошо һәм башҡа темаларға мәҡәләләр баҫыла, аҙаҡтан Рәсәйҙең ғилми өҙөмтәләр килтереү индексы системаһына урынлаштырыла. Мәҡәләләрҙе баҫтырып сығарыу бушлай. Конференция материалдары Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтына ла урынлаштырыла. Иң яҡшы мәҡәләләр «Педагогический журнал Башкортостана», «Современные исследования социальных проблем» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа донъя күрә.
Конференция эшендә ҡатнашыу өсөн материалдарҙы 2020 йылдың 31 мартына тиклем education.during.the.war@gmail.com электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт платаһы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Мәғариф ветерандары советы.
Форум тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 273-22-93 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика