05:21 (UTC+5), 26 Декабрь 2019

Республикала 37 мәктәп автобусы тағы мең баланы белем усағына йөрөтә аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡортостан муниципалитеттары өсөн федераль аҡсаға һатып алынған мәктәп автобустарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. 37 машина асҡысын Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы. Автобустар ошондай хеҙмәткә мохтаж тағы мең баланы мәктәптәргә йөрөтә аласаҡ, тип билдәләне ул.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, 21 муниципалитет (Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Хәйбулла, Нефтекама, Салауат), шулай уҡ һаңғырау уҡыусылар өсөн Өфө коррекция мәктәп-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн Илеш коррекция мәктәп-интернаты автобуслы булды. Улар – ПАЗ маркалы 28 автобус, ике ГАЗ, алты ГАЗ Next микроавтобусы, бер КАВЗ. Яңы автобустар ГЛОНАСС спутник навигацияһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.
2019 йылда республика бөтәһе 143 автобус алды.
Башҡортостанда 2749 тораҡ пункттан 872 мәктәптең 41951 уҡыусыһын 1436 автобус йөрөтә.
Һуңғы өс йылда автобус автопаркы федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһына даими тулыландырыла, был файҙаланыу ваҡыты үткән автобустарҙы ваҡытында иҫәптән сығарырға, шулай уҡ яңы маршруттар индерергә мөмкинлек бирә, тип билдәләнеләр Мәғариф министрлығында.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика