17:42 (UTC+5), 26 Декабря 2019

Республикала 100 ғаилә медиаторы була

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Имамдар, православие руханиҙары, ғаилә менән эшләгән белгестәр, опека һәм попечителлек органдары, отставкалағы судьялар, балалар омбудсмены аппараты, психологтар «Мәғариф» милли проектының «Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр» федераль проекты буйынса курс үтергә тейеш. Шул рәүешле белгестәр ғаилә медиаторҙарына әүерелә, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Борис Беляев.
«Уҡытыу М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Өҫтәмә белем биреү институты майҙансығында ойошторола.
Тап ошо кешеләр ғаиләләр һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү өҫтөндә эшләй, шуға күрә заманса шарттарҙа медиатив технологияларҙы, медиация процедураларын белеү мотлаҡ», — тине вице-премьер.
Тренер-медиатор Максим Беляевтың курсын тамамланғас, «студенттар» имтихан бирергә, квалификацияны күтәреү тураһында таныҡлыҡ алырға һәм ғаилә медиаторҙары сафын тулыландырырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика