11:38 (UTC+5), 26 Декабря 2019

Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүгә Кремль шыршыһына барҙы

Башҡортостан Мәғариф министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә балаларҙың Яңы йыл байрамына — Кремль шыршыһына барып ҡайтты.
Илдең баш ҡалаһына төп яңы йыл иртәлегенә уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм ярыштар, ижади конкурстар еңеүселәре, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән балалар саҡырылды. Кисә, 25 декабрҙә, улар өсөн Кремль һарайы фойеһында уйындар һәм конкурстар менән байрам, Мәскәү, баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторолдо.
Өс көнлөк сәфәрҙән һуң уҡыусыларҙы аэропортта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡаршы алды.
«Балалар өйҙәренә бик күп тәьҫораттар, яңы дәрт, яҡшы кәйеф менән ҡайтырҙар тип ышанам. Киләһе йылда ла республика балаларҙың сәфәре өсөн ошондай квота алыр тип уйлайым. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: быйыл Башҡортостан делегацияһы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында һан яғынан иң күбе булды», — тине министр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика