12:19 (UTC+5), 25 Декабря 2019

Дәүләт Думаһы депутаты Рәсәй пенсионерҙарына «яңы йыл капиталы» түләргә тәҡдим итте

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләт Думаһы депутаты яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға «яңы йыл капиталы» түләү башланғысы менән сығыш яһаны. Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Борис Чернышев хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилинға «яңы йыл капиталы»н булдырыу тәҡдимен индерҙе, тип хәбәр итә RT.
Депутат һүҙҙәренсә, аҡса пенсионерҙарға шәхси бюджетҡа зыян килтермәйенсә Яңы йылды байрам итергә аҙыҡ-түлек һәм атрибуттар һатып алырға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Ошо аҡса ярҙамында дәүләт оло йәштәге граждандарға байрамдарҙы үҙҙәре теләгәнсә үткәреү мөмкинлеген бирер ине», — тиелә мөрәжәғәттә.
Депутат ошондай түләүҙәрҙең суммаһын Рәсәй төбәктәрендәге пенсияның уртаса суммаһынан сығып иҫәпләргә тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика