06:44 (UTC+5), 25 Декабря 2019

Ауырғазы районында тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ауырғазы районында тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты Степановка ауылында асылды. Фельдшер-акушерлыҡ пункты меңгә яҡын кеше (уларҙың 167-һе – балалар) йәшәгән Александровка, Марьяновка, Назметдин, Добровольное һәм Терешковка ҡасабаларын да хеҙмәтләндерә.
«Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап бирә, йылы һәм һалҡын һыуы бар, электр менән менән йылытыла. Фельдшерға, акушеркаға һәм үҙәк район дауаханаһы табиптарының күсмә бригадаларына пациенттарҙы ҡабул итергә мөмкинлек биргән кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бинала фельдшер кабинеты, ҡаралыу һәм процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү урыны, хужалыҡ блогы һәм санузел ҡаралған. Халыҡты, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
«Беренсел медик-санитар ярҙамын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә 2019 йылда 28 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә (22-һе – республика, 6-һы федераль бюджет аҡсаһына). 2020 йылда — 72, 2021 һәм 2022 йылдарҙа тағы 15 авариялы фельдшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика