18:06 (UTC+5), 23 Декабрь 2019

Транспорт буйынса дәүләт комитеты Башҡорт дәүләт транспорт академияһын асырға тәҡдим итте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда дәүләт транспорт академияһын асыуҙары ихтимал. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә шундай башланғыс менән сығыш яһаны.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында «заказсылар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре компетентлыҡ кимәленең етерлек булмауын күрһәтте», тип билдәләне ул.
Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, юл-транспорт тармағы әле үк квалификациялы инженер-техник кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ошондай ҡытлыҡ, ғәмәлгә ашырыу планлаштырылған эш күләмен иҫәпкә алып, арта бара.
«Шуға бәйле транспорт белеме буйынса координация советын булдырыу һәм Өфө автотранспорт колледжын республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыу, артабан уны юғары уҡыу йорто — Башҡортостан дәүләт транспорт академияһы рәүешендә аккредитациялау башланғысы менән сыҡтыҡ. Был юл-транспорт предприятиеларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине», — тине ул.
Радий Хәбиров башланғысты хупланы, республиканың бюджет урындары менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне һәм башлыҡ хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға проектты ғәмәлгә ашырыуға ҡушылырға ҡушты.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика