09:12 (UTC+5), 23 Декабрь 2019

Радий Хәбиров яңы йыл корпоративтары хаҡында: «Яҡшыраҡ йәшәй башлаһаҡ, байрам итербеҙ»

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл корпоративтарын үткәргәндә урталыҡты һаҡларға саҡырҙы. Был хаҡта республика етәксеһе 23 декабрҙә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Яҡшыраҡ йәшәй башлаһаҡ, байрам итербеҙ, — тине Радий Хәбиров чиновниктарға. — Мин тыймайым, ләкин һәр ваҡыт урталыҡты һаҡларға кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары, быға етди иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Башҡа саралар кәрәкмәй. Коллективты ҡотларға теләһәгеҙ – ҡотлағыҙ, бәлки, ашханала ултырып алырһығыҙ: бер бокал шампан шарабы, бер рюмка араҡы – былары мөмкин. Ләкин фейерверктар һәм башҡалар – кәрәкмәй. Ҡәтғи һорайым. Республикабыҙҙағы идара итеү, административ аппарат – бер ниндәй корпоративһыҙ. Ҡотлауға ҡаршы түгелмен. Аҙаҡтан барыһы ла билдәле булғас, бер кем дә төҫө ҡасып ултырмаһын. Миңә кемдең үҙен нисек тотоуы тураһында мәғлүмәт еткерһәләр, мин улар менән эшләрмен. Коллективығыҙға рәхмәт әйтегеҙ – йыл бик бай булды, байтаҡ эштәр башҡарылды. Ҡайҙалыр артҡа сигендек, ҡайҙалыр килеп сыҡманы, ләкин беҙ барлыҡ йүнәлештәр буйынса ышаныслы рәүештә алға барҙыҡ. Йомғаҡ яһарға кәрәк, әлбиттә, ләкин ябай ғына итеп. Быны үҙем тикшерермен».
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтендә һәм Башҡортостан республикаһы хөкүмәтендә корпоративтар булмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика