05:25 (UTC+5), 23 Декабря 2019

2020 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһе раҫланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп осоро 25 майҙа башлана һәм 16 июндә тамамлана, тип хәбәр итә «Российская газета» Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт бойороғона һылтанма менән.
Бойороҡҡа ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың түбәндәге теҙмәһе раҫланды:
25 май — география, әҙәбиәт, информатика;
28 май — рус теле;
1 июнь — база һәм профилле математика буйынса БДИ;
4 июнь — тарих, физика;
8 июнь — йәмғиәтте өйрәнеү, химия;
11 июнь — сит телдәр (һөйләү телмәренән башҡа), биология;
15, 16 июнь — сит телдәр (һөйләү телмәре).
2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханында сит телдәр – инглиз, француз, немец, испан һәм ҡытай.
Берҙәм дәүләт имтиханына ваҡытынан алда биреү 20 мартта башлана. Имтиханды ваҡытынан алда тапшырыусылар иҫәбендә — экстерндар йәки колледж, техникум, сит ил мәктәптәрен тамамлаусылар.
Ғәҙәттә, Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда биреү осоронда мәктәп тамамлаусылар күп түгел. Мәҫәлән, 2019 йылда тотош илдә ундайҙар 27 мең булды. Төп осорҙа Рәсәйҙең 750 мең мәктәп тамамлаусыһы берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы.
Ваҡытынан алдағы осорҙа тәүге фәндәр – география һәм әҙәбиәт.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика