Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
0
99.72
0
71.06
-1.63
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 13:26

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бөтә водителдәрҙе алкоголгә һәм наркотиктарға тикшереү хоҡуғын алыуы мөмкин

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә бөтә водителдәрҙе алкоголгә һәм наркотиктарға тикшерергә рөхсәт биреүҙәре ихтимал. Эске эштәр министрлығы тикшереү ҡағиҙәләре өсөн үҙгәрештәр проектын әҙерләне.
«Хатта тышҡы иҫереү билдәләре беленмәгән автомобилселәргә лә тест үтергә тәҡдим ителә», — тип хәбәр итә «Известия» ведомствоға һылтанма менән. Эске эштәр министрлығының водителдәрҙе тикшереү ҡағиҙәләрен үҙгәрткән башланғысы экспресс-тест үткәрергә мөмкинлек бирә.
Бындай тикшереү өсөн контактһыҙ алкоголь детекторы ҡулланыла. Икенсе вариант – ЮХХДИ өсөн яңы портатив ҡағыҙ наркотест. Уның ярҙамында шайыҡты наркотиктарға тикшерергә мөмкин.
Һөҙөмтә ыңғай булған осраҡта, водитель медицина тикшереүенә оҙатыла.
Эксперттар һүҙҙәренсә, иҫерек водителдәрҙе асыҡлау менән проблема бар. Ләкин нигеҙһеҙ тикшереүҙәргә юл ҡуймау мөһим.
Теги:юххди
Читайте нас: