11:50 (UTC+5), 20 Декабрь 2019

Стәрлетамаҡта онкологик сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге булдырыла

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡта онкологик сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге булдырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «ПЭТ–Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡортостан Республикаһында радиохирургия менән позитрон-эмиссия томографияһы үҙәген булдырыу» инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Позитрон-эмиссия томографияһы (ПЭТ-КТ) – махсус ҡорамал ярҙамында онкологик йәки неврологик сирҙәрҙе асыҡлау, радиоизотоп диагностика алымы менән кешенең эске органдарын тикшереү. Онкологияла ПЭТ яман шештәрҙе диагностикалау, метастаздарҙы эҙләү һәм дауалауҙы контролдә тотоу өсөн файҙаланыла.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ПЭТ/КТ–диагностика үҙәген 2020 йылдың дүртенсе кварталында асыу күҙаллана. Йыл һайын был үҙәктә республиканың өс меңләгән кешеһе тикшереү үтер тип көтөлә.
ПЭТ/КТ–диагностика үҙәгендә медицина хеҙмәте Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мотлаҡ медицина страховкалауы һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы федераль фонды аҡсаһына медицина ярҙамы өсөн түләү ысулдары буйынса методик тәҡдимдәргә ярашлы күрһәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика