12:58 (UTC+5), 20 Декабря 2019

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ике үркәсле дөйә һүрәте тауар билдәһе итеп теркәлгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо ике үркәсле дөйә (бактриан) һүрәте тауар билдәһе булараҡ теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда ғалимдар Хаос залында үҙенсәлекле дөйә рәсемен тапҡан. Бактриан — Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла берҙән-бер һүрәт, ул 14-37 мең йыл элек төшөрөлгән тип күҙаллана. Был дата Шүлгәнташ мәмерйәһен донъяның билдәле мәмерйәләре менән бер кимәлгә ҡуя.
Тауар билдәһенең эксклюзив хужаһы — «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы.
Музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов һүҙҙәренсә, стилләштерелгән силуэт рәүешендәге график тауар билдәһе хәҙер музей экспозицияларында, сувенир продукцияһында, башҡа тауарҙарҙа һәм хеҙмәттәрҙә файҙаланыла. Улар – фотоһүрәттәр, баҫма продукция, кейем-һалым, баш кейемдәре, бал, уйынсыҡтар, реклама һәм телекоммуникациялар, уҡыу процесын тәьмин итеү.
Бөрйән районында төҙөлә башлаған «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы 2021 йылдың йәйендә асыла.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика