06:48 (UTC+5), 20 Декабря 2019

Хеҙмәт министрлығы: тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ата-әсәләргә тейешле түләү, шулай уҡ опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн пособие күләмен 2020 йылдың 1 ғинуарынан 4 % арттырыу тураһында закон ҡабул ителде.
Депутаттарға ошо закон проектын Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова тәҡдим иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан опека һәм попечителлек мәсьәләләре Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ҡарамағынан Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы ҡарамағына тапшырыла.
Закон проекты ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә алған граждандарға социаль ярҙам сараларын бойомға ашырыу һәм ошондай ата-әсәләрҙе матди дәртләндереү маҡсатында әҙерләнгән, тип билдәләне Ольга Кабанова.
Бындай ғаиләләргә пособие күләмен арттырыу өсөн 2020 йылда республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 68,4 миллион һум бүленә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әйтәйек, әгәр хәҙер 3 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәгә алған ата-әсәгә 9374 һум түләнһә, яңы йылда ул — 9749 һум, ә 3 йәштә өлкәнерәк балаларҙың ата-әсәһенә 7814 һум урынына 8126 һум була. Түләүҙәрҙең тулы таблицаһы ведомствоның сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика