12:23 (UTC+5), 20 Декабря 2019

Өфөлә республика шыршыһында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы башланды

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә республика шыршыһында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы башланды.
20 декабрҙә республика башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һәм Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова сараға старт бирҙе.
Ике аҙна дауамында һәр кем «Башҡортостан» концерт залында әлеге акцияға ҡушыла ала. Бының өсөн дөйөм Дуҫлыҡ сылбырына теләһә ниндәй телдә дуҫлыҡ, тыныслыҡ, изгелек тураһында яҙыу менән сылбыр йәбештерергә кәрәк.
Флешмобты «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы уҙғара. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – республикала Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу. Әлеге ваҡытта Башҡортостан этник биҙәклелек буйынса Рәсәйҙә, Дағстандан ҡала, икенсе урынды биләй. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акцияның бурыстарының береһе — республикабыҙ халыҡтарының мәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡларға ынтылыу.
Акция тамамланғас, дуҫлыҡ сылбырын «Башҡортостан» дәүләт концерт залы тирәләй һуҙыу күҙаллана. Акция 2019 йылдың 20 декабренән 2020 йылдың 7 ғинуарына тиклем дауам итә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика