09:24 (UTC+5), 20 Декабря 2019

Дүртөйлө районында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дүртөйлө районында Сарлаҡ һәм Тәкәрлек ауылдарында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшшләй башланы. Дөйөм алғанда, бында 900-гә яҡын кешене, шул иҫәптән балаларҙы хеҙмәтләндереү күҙ уңында тотола.
«Ике пункт та типовой проект буйынса төҙөлгән. Биналар һалҡын һәм йылы һыу менән тәьмин ителгән, канализация үткәрелгән, елләтеү системаһы ҡуйылған, электр ярҙамында йылытыла. Фельдшер һәм процедура кабинеттарынан тыш, бында акушер һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре лә бар», — тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, декабрь башында Баймаҡ районының Семеновка ауылында ла ошондай модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ эшен башланы. Был районда фельдшер-акушерлыҡ пункты 300-ләгән кеше йәшәгән ике тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика