11:38 (UTC+5), 18 Декабрь 2019

Радий Хәбиров Башҡортостанда суррогат һатыу нөктәләре хаҡында мәғлүмәт өсөн аҡса түләргә вәғәҙәләй

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йәшәүселәр ялған алкоголь һатыу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн аҡсалата бүләк алырға мөмкин. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Бөгөндән беҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған ялған спиртлы эсемлектәр менән йәшерен сауҙа итеүгә тағы ла нығыраҡ баҫым яһайбыҙ. Мәғлүмәт еткереүселәргә аҡса түләй башлайбыҙ. Етештереүселәр хаҡында мәғлүмәткә — 50 мең һум, һатыусы тураһында мәғлүмәткә – 2000 мең һум. Йәшеренлекте һәм ғәҙел түләүҙе гарантиялайбыҙ», — тип вәғәҙәләй республика етәксеһе.
Бутлегерҙарға ҡаршы әүҙем көрәш башланғандан алып республикала 115 ғүмер һаҡлап ҡалынған, һигеҙ йәшерен етештереү цехы ябылған һәм 70 мең литрҙан ашыу спиртлы продукция тартып алынған, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы «ҡәбәхәттәр» тураһында «Хәүефһеҙ мөхит» порталында (тәүлек әйләнәһенә) йәки +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем) Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына хәбәр итергә саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика