04:04 (UTC+5), 17 Декабря 2019

Республика Дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә махсус операцияның башланыуы хаҡында хәбәр итә

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 16 декабрҙә Башҡортостан биләмәһендә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, сараның төп маҡсаты – тәртип боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү. Махсус операция 25 декабргә тиклем дауам итә.
Штрафты административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләмәгән өсөн ғәйеплегә икеләтә штраф тәғәйенләнә йәки ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.
Ә бына штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.
ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре операция барышында водителдәрҙең бурысы бармы, юҡмы икәнен тикшерә.
Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре.ру сайтында алырға мөмкин.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика