10:42 (UTC+5), 17 Декабря 2019

2020 йылда рәсәйҙәрҙе һигеҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Киләһе йылда рәсәйҙәрҙе һигеҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә, тип хәбәр итә РИА Новости Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәткә һылтанма менән.
Ведомствола белдереүҙәренсә, рәсәйҙәр, байрамдар һәм ял көндәренә тура килгән байрам көндәрен күсереү сәбәпле, аҙыраҡ эшләй.
Ғәҙәттәгесә, ҡыҫҡа эш аҙналары ғинуар, февраль, март, апрель, май, июнь һәм ноябрь айҙарына тура килә.
2020 йылда яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш аҙнаһы ике көнлөк кенә була. Киләһе февраль аҙағына тура килә, Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә бәйле 25 февралдән 28-енә тиклем эш көнө тип иҫәпләнә.
Мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан икенсе эш аҙнаһы ла дүрт көнлөк була. Апрель аҙағында Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан да рәсәйҙәр бер көнгә аҙыраҡ эшләй.
Майҙың беренсе эш аҙнаһы 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәрен күсереү иҫәбенә өс көн: 6 майҙан 8-нә тиклем генә дауам итә. Унан һуңғы эш аҙнаһы ла Еңеү көнө айҡанлы ҡыҫҡа була.
Июндә рәсәйҙәрҙе Рәсәй көнө уңайынан тағы бер ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.
Артабанғы ҡыҫҡа эш аҙнаһы ноябрҙә генә була. Халыҡтар берҙәмлеге көнө аҙна уртаһына тура килә, шуға 2-3 һәм 5-6 ноябрь эш көндәре булып тора.
2020 йылда тәүге эш көнө кесаҙнаға, 9 ғинуарға, тап килә.
Эш биреүсе үҙ теләге менән 31 декабрҙә хеҙмәткәрҙәренә ял бирергә хоҡуҡлы.
13 декабрҙә Ҡабарҙа-Балҡар башлығы Казбек Коков 31 декабрҙе ял көнө тип иғлан итте. Бынан алда Сахалин, Свердловск, Псков, Томск, Киров, Ленинград, Ҡурған, Ульяновск өлкәләре, Ҡарасәй-Черкес, Ҡырым, Ставрополь һәм Хакасия властары 28 декабрҙәге ял көнөн 31 декабргә күсереүҙәре хаҡында белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика