05:47 (UTC+5), 16 Декабрь 2019

«Урал легендаһы» составына бер нисә вагон өҫтәйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Киләһе ял көндәрендә «Урал легендаһы» поезы составына бер нисә вагон өҫтәйҙәр. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
Башҡортостанда Өфө – Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса «Урал легендаһы» хәрәкәте тергеҙелде. Ошо көндәрҙә «Урал легендаһы» поезы пассажирҙары туп-тулы вагондың фотоһын Селтәргә һалды. Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында пассажирҙарҙың ялыуына яуап бирҙеләр.
«Был көндө160 урынлыҡ РА-1 рельс автобусы бирелде. Шуларҙың 66-һы ултырыу өсөн тәғәйенләнгән. Ә ошо көндө Өфө станцияһында 90 пассажир ултырҙы, юлдың күпмелер өлөшөн ҡыҫынҡы шарттарҙа үтергә тура килгән пассажирҙар быға ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе», — тине ведомство башлығы.
Башҡортостандың тимер юл компанияһы социаль селтәрҙәге фотоларҙан һуң пассажирҙар алдында ғәфү үтенде.
Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы вәкилдәре менән етди һөйләшеү булған, шунан һуң компания ғәфү үтенгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика