12:25 (UTC+5), 16 Декабря 2019

Башҡортостанда газондағы парковка өсөн 30 миллион һумдан ашыу штраф йыйылған

видеояҙманан скрин
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2019 йылдың апреленән декабренә тиклем газондағы парковка өсөн 30,3 миллион һум штраф йыйылған, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Владимир Спеле республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. Ошо осорҙа административ комиссиялар йәшелләндерелгән һәм башҡа биләмәләрҙә транспортты ҡалдырған өсөн административ штраф һалыу тураһында бөтәһе 24 меңдән ашыу ҡарар сығарған. Хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса лидер – Өфө, бында 15 миллион һумға 12,4 мең ҡарар сығарылған. Баш ҡала райондары араһында иң күп боҙоуҙар – Октябрь районында.
Владимир Спеле һүҙҙәренсә, йәшелләндерелгән майҙансыҡтарҙа торған автомобилдәр һаны кәмей. Быға муниципалитеттарҙың парковкалар ойоштороу һәм газондар өсөн ҡоймалар ҡуйыу буйынса алып барған эше булышлыҡ итә. Радий Хәбиров шулай уҡ парковка урындары артырға тейеш тип билдәләне һәм республика ҡалаларында парковкалар эше буйынса анализ үткәрергә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика