03:53 (UTC+5), 13 Декабря 2019

Радий Хәбиров йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тапшырҙы

https://glavarb.ru/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 12 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға тәүге гранттар тапшырҙы.
600 мең һумлыҡ грант 2019 йылдың июлендә йәш, перспективалы ауыл уҡтыусыларына булышлыҡ итеү өсөн булдырылған. 2020 йылда гранттар һанын 150-гә тиклем арттырыу күҙаллана. Шулай уҡ Радий Хәбиров мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәрен республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне.
«Һеҙ республика, беҙҙең балалар өсөн бик күп эш башҡараһығыҙ. Яңы объекттар төҙөү, мәктәптәрҙә яңы технологиялар индереү буйынса пландарыбыҙ ҙур, — тине республика етәксеһе. — 2020 йылдың февралендә уҡытыусылар берләшмәһе менән мәғариф системаһынының артабанғы үҫешен тикшерергә тәҡдим итәм. Ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеүгә килгәндә, уны дауам итербеҙ. Кәрәк булған осраҡта, ауылдарыбыҙҙа йәш уҡытыусылар эшләһен өсөн гранттар һанын арттырырға әҙербеҙ».
Белешмә
Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән йыл һайын конкурс нигеҙендә 100 грант тапшырыу ҡаралған. Уға ауыл ерендәге дөйөм белем биреү ойошмаларында ике йылдан ашыуыраҡ эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итә ала. Халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш. Уҡытыусыларҙы муниципаль райондарҙың дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф менән идара итеү органдары күрһәтә. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында ҡабул ителә. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика