11:51 (UTC+5), 12 Декабря 2019

Республикала өсөнсө балаға атай капиталын бирергә тәҡдим иттеләр

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда өсөнсө балаға атай капиталын бирергә тәҡдим иттеләр. Был тәҡдим һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған тармаҡ дискуссияһы барышында яңғыраны. Өфө мэры урынбаҫары һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала бүлексәһе секретары Алина Сөләймәнова был тәҡдимде яҡлау һәм уны закон сығарыу башланғысы итеп ғәмәлгә ашырыу менән уның партия буйынса коллегалары шөғөлләнәсәген билдәләне. Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева республика башлығының «сентябрь» указында 2024 йылда Башҡортостан халҡының һанын 4 100 000 кешегә тиклем еткереү бурысы ҡуйылғанын хәтергә төшөрҙө.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һүҙҙәренсә, әлеге көндә Башҡортостанда ваҡытынан алда бала табыуҙар һаны арта. Парҙарҙың 15 процентҡа яҡыны – түлһеҙ. Был осраҡта заманса технологиялар, тап ЭКО ярҙамға килә. Республикала ошо процедураны дүрт медицина учреждениеһында эшләйҙәр.
Республика табип-генетика үҙәге директоры Илдар Миңлеәхмәтов мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса ЭКО-ға квотаның йылдан-йыл артыуын билдәләне: әгәр 2013 йылда 300 самаһы квота булһа, бөгөн – ике меңдән ашыу. Ләкин, тәжрибә күрһәтеүенсә, был да «ҡотҡармай»: сират ҙур, парҙарға һигеҙ ай самаһы көтөргә тура килә. Фекер алышыу ваҡытында бөгөнгә республикала 50-гә яҡын төрлө социаль ярҙам сараһы булыуын билдәләнде. Римма Үтәшева ЗАГС-та йәштәргә ошо проекттарҙың исемлеге һәм субсидиялар алыу тәртибе яҙылған буклеттар таратырға тәҡдим итте. Студент ғаиләләре лә ярҙамға мохтаж. Уларға бик аҙ – 250 һум ғына аҡса түләнә.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров мәсьәләне университеттарҙа юғары стипендиялар түләү иҫәбенә хәл итергә мөмкин тип иҫәпләй.
Дискуссияла ҡатнашыусылар балаларҙың һанына ҡарамайынса пенсия түләүҙәрен арттырыу, күп балалылар өсөн лайыҡлы ғаилә автомобиле тапшырыу, әсәлек капиталын ҡулланыу даирәһен киңәйтеү буйынса тәҡдимдәрен әйтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика