Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2019, 16:06

Баймаҡ районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Баймаҡ районының Семеновка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.
Был районда фельдшер-акушерлыҡ пункты 300-гә яҡын кеше йәшәгән ике тораҡ пунктты хеҙмәтләндерергә тейеш.
«Модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында бөтә стандарттарға яуап биргән уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алырға мөмкин. Фельдшер кабинетынан тыш, бында шулай уҡ процедура, балалар, ҡарау кабинеттары, санитар-көнкүреш бүлмәләре бар. Заманса бина эшләү өсөн барлыҡ медицина мебеле һәм ҡорамалы менән йыһазландырылған», — тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: