Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2019, 14:35

Башҡортостан мәктәптәрендә «Үргә ос!» проекты ярҙамында стоматология кабинеттары асыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш йәйелдерелде.
«Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре асыла, — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. — Уҡыусылары аҙыраҡ булған мәктәптәрҙе теш табибы поликлиникала ҡабул итә».
Дөйөм алғанда, республикала 61 мәктәп стоматология бүлмәһен асыу күҙаллана.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостандың 56 мәктәбендә стоматология кабинеттары өсөн бүленгән биналарҙы ремонтлау тамамланған. Стоматология бүлмәләрен йыһазландырыу өсөн ҡорамал әлегә 41 мәктәпкә ҡуйылған. Ҡалған 20 мәктәпкә ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ҡорамал ҡуйыу күҙаллана.
Читайте нас: