04:16 (UTC+5), 11 Декабря 2019

Башҡортостанда армияға көҙгө саҡырылыш буйынса план 90% үтәлгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда армияға көҙгө саҡырылыш буйынса план 90% үтәлгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә саҡырылыш комиссияһын үткәреү буйынса кәңәшмәлә республика хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Баһауетдинов белдерҙе.
Планға ярашлы, 2019 йылдың октябренән декабренә тиклем Башҡортостан Республикаһы 4603 егетте хәрби хеҙмәткә оҙатырға тейеш.
Бынан алда агентлыҡ хәбәр иткәнсә, быйыл көҙ хеҙмәткә алынғандарҙан 5 меңләгәне Көнбайыш хәрби округына ҡоро ер ғәскәрҙәренә ебәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың февраленән хәрби иҫәп тураһында законға үҙгәрештәр индерелде, уға ярашлы, хеҙмәткә саҡырылыусы кеше икенсе ҡалаға уҡырға киткән осраҡта, хәрби иҫәптән төшөргә һәм ваҡытлыса теркәлгән урын буйынса иҫәпкә торорға тейеш. Унда ул саҡырылыш буйынса барлыҡ сараларҙы үтергә бурыслы. Уҡыған ваҡытта хәрби хеҙмәтте саҡырылыш комиссияһы ҡарары буйынса ғына кисектерергә мөмкин. Саҡырылыш кампанияһы сараларын үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика