10:42 (UTC+5), 10 Декабря 2019

Башҡортостан башлығы Мөрәжәғәтнамәне уҡығанда залды иларға мәжбүр итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 10 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Радий Хәбиров беренсе тапҡыр «Минең атайым алдаша» социаль видеоролигын күрһәткәс, Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһен тыңларға саҡырылғандарҙың күбеһенең күҙҙәре йәшләнде, тип хәбәр итте «Башинформ» хәбәрсеһе залдан.
Был ролик – башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың Азияла бик популяр булған социаль реклама видеоһына яҡын. Тәүҙә ролик Гонконгта страховка компанияһының социаль яуаплылыҡ сиктәрендә төшөрөлгән. Тәүге көндәрҙә үк уны 7 миллион кеше ҡараған.
«Башинформ» эксперттарҙың фекере менән ҡыҙыҡһынған, улар әйтеүенсә, ошо роликка һалынған идея йөҙәрләгән мең баланы ҡотҡарған да инде һәм Рәсәй өсөн яраҡлаштырылғандан һуң беҙҙең илдә лә нәҡ шулай эшләргә тейеш.
Радий Хәбиров был роликты традицион ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләгән саҡта күрһәтте.
«Беҙ агрессив, яһалма субмәҙәниәткә - уны childfree тип атайҙар - йәштәрҙе юлдан яҙҙырыуға мөмкинлек бирә алмайбыҙ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, выждан, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып тәрбиәләү», — тине Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика