10:19 (UTC+5), 09 Декабря 2019

Республикала ата-әсәләр балалары менән Ҡыш бабайға шылтырата һәм үҙҙәренең хыялын әйтә ала

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда теләгән һәр кем Ҡыш бабайға шылтыратып, шиғыр һөйләй һәм үҙенең хыялын әйтә ала. Ҡышҡы тылсымсы шылтыратыуҙарҙы +7(347)214-92-54 номеры буйынса ҡабул итә, тиелә new-year-party.ru порталында.
Ҡыш бабай иҫәнләшә, уға кемдең шылтыратыуын һорай, уның тәртибе менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ шиғыр һөйләргә, хыялын әйтергә тәҡдим итә һәм Яңы йыл менән ҡотлай.
Ярҙамсылары күп булғанлыҡтан, Ҡыш бабай 2019 йылдың декабренән алып 2020 йылдың февраленә тиклем 86 ҡалала һәм хатта интернетта шылтыратыуҙар ҡабул итә. Яңы йыл тылсымсыһының номерын ноутбуктағы браузерҙан йыйырға мөмкин.
Хаҡы ғәҙәти ғәҙәти шылтыратыу хаҡына тиң.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан балалары Ҡыш бабайға үҙҙәренең хыялдары хаҡында хат яҙып ебәрә ала.Өлкәндәр, ата-әсәләр йәки өләсәй-олатайҙар «йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә» Башҡортостан Республикаһында Роспотребнадзор идаралығының вазифалы кешеләренән консультация алған арала балалар Ҡыш бабайға хат яҙа ала. Кескәйҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен Рихард Зорге урамы, 85-се йорт адресы буйынса көтәләр. Хаттар Бөйөк Устюг ҡалаһына ебәрелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика