13:02 (UTC+5), 06 Декабря 2019

Башҡортостанда иҫке йортто һүткәндә боронғо хазина табылған

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Әбйәлил районында иҫке өйҙө һүткәндә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүесе табылған.
«Башинформ» агентлығына Яңауыл ауылынан Мәҙинә Яҡупова һөйләүенсә, туғандары һаҡалды Асҡар ауылында элек өләсәләре Мәфтуха (ире буйынса Сөләймәнова) йәшәгән ташландыҡ йортта тапҡан.
«Өләсәйебеҙ 1906 йәки 1910 йылда тыуған. Ул беҙгә йыш ҡына бәләкәй сағында апаһы менән бергә кулактарҙы ситкә һөргән осорҙа өйҙөң мөйөшөнә ҡиммәтле биҙәүес йәшереп ҡалдырыуҙары тураһында һөйләй торғайны», — ти ханым.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: элек башҡорт ҡыҙҙары селтәрҙе ғаиләлә булған ҡиммәтле әйберҙәр – көмөш тәңкәләр, сулпылар, мәрйендәр, сәйләндәр, ҡабырсаҡтар менән семәрләп теккән. Селтәр төрлө райондарҙа төрлөсә – һаҡал, селтәр, яға, муйынса тип йөрөтөлгән. Уға ҡарап, башҡорттарҙың йәшәгән төбәге, социаль хәле билдәләнгән. Ҡайһы бер биҙәүестәр бер ат йәки һыйыр хаҡына торошло булған.
Ауыр йылдарҙа ҡиммәтле ғаилә ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡыҙҙар әсәләре теккән селтәрҙе сепрәккә төрөп, өйҙөң бүрәнәһе араһына ҡыҫтырып ҡуйған. Шунан һуң ғаилә икенсе ауылға күсеп киткән, уларҙың йортонда башҡа кешеләр йәшәгән, һуңынан өйҙә янғын сыҡҡан, ә һуңғы йылдарҙа бөтөнләй ташландыҡҡа әүерелгән. Ошо йылдар буйына улар йәшерелгән биҙәүес тураһында онотмаған, ләкин береһе лә әсәләренең селтәрен эҙләп ҡарарға ҡыймаған. Мөмкинлек килеп сыҡмаған. Өләсәләре Мәфтуха 1986 йылда 83 йәшендә донъя ҡуйған.
Бына күп йылдар үткәс, ҡомартҡы табылған, шуныһы ғәжәп: ул бөтөн көйө һаҡланған. Шулай ҙа селтәрҙең нигеҙе серегән, муйынсаҡтары, мәрйендәре һәм тәңкәләре ҡойолоп тора, ләкин ошондай ҡиммәтле мираҫтың табылыуы бик мөһим, ти Мәҙинә. Һаҡал XIX быуат аҙағындараҡ тегелгән тип фаразлана, әммә унда боронғораҡ – 1794 йылғы тәңкәләр ҙә бар.
«Ошо боронғо һаҡалды беренсе тапҡыр ҡулыма алғас, хәйер, уны тотоп та булмай, бөтә нәмәһе ҡойолоп тора ине, был минең өсөн мөжизә кеүек булды. Мин ниндәйҙер энергетика тойҙом. Боронғо әйберҙәр иҫ киткес матур бит ул. Күп ғаиләләрҙә боронғо селтәрҙәр, сулпылар һәм биҙәүестәр һаҡлана, уларҙы юғалтмаҫҡа, мәҙәниәтебеҙ өсөн һаҡларға кәрәк, сөнки улар – ата-бабаларыбыҙ аманаты».
Хәҙер биҙәүес Мәҙинәнең өлкән апаһында. Ханымдар биҙәүесте реставрацияларға һәм вариҫтарына иҫтәлек итеп ҡалдырырға теләй.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика