12:23 (UTC+5), 05 Декабря 2019

Республиканың Йәмәғәт палатаһы журналистар конкурсы еңеүселәрен иғлан итте

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы киң мәғлүмәт саралары араһында уҙғарылған граждандар йәмғиәтен формалаштырыу һәм үҫтереү проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыу буйынса республика конкурсына йомғаҡ яһаны. Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, конкурсҡа Өфө, Яңауыл, Салауат, Ағиҙел ҡалалары, Әлшәй, Әбйәлил, Баймаҡ, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Мәсетле һәм Нуриман райондары журналистарынан 75 ғариза килгән. Комиссия шуларҙан 13 еңеүсене һайлап алған.
«Йәмәғәтсе — булмыш» номинацияһында урындар түбәндәгесә билдәләнде:
I урын — Әлфиә Әғлиуллина, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы;
II урын — «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһы;
II урын — Гүзәл Ибраһимова, «Аргументы и Факты — Башкортостан» гәзите.
«Шәфҡәт күрһәтеүселәр» номинацияһында:
I урын — Людмила Кашапова, «Молодежная газета» (мәҡәләләр серияһы);
II урын — «Панорама» гәзите редакцияһы, Благовещен районы;
III урын — Раушания Рәхимова, «Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы».
«Граждандар башланғысы» номинацияһында иң яҡшылар:
I урын — Татьяна Майорова, «МКСЕТ» селтәр матбуғаты;
II урын — Минзәлә Асҡарова, «МКСЕТ» селтәр матбуғаты;
II урын — «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы;
III урын — Әбйәлил районының «Әбйәлил» ижтимағи-сәйәси гәзите.
«Тормошто яҡшыға үҙгәртеү» номинацияһында призерҙар иҫәбендә:
I урын — Евгений Романов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы;
II урын — Юлия Гай, «Спутник FM» радиоһы;
III урын — Юлия Ниғмәтуллина, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 13 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика