Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.63
+0.67
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2019, 10:17

Рәсәйҙә пенсионерҙар 1 ғинуарҙан түләүгә өҫтәмә ала

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылдың 1 ғинуарынан рәсәйҙәрҙең пенсияһы арта. Пенсия фонды бюджетында, инфляцияны уҙып китеп, киләһе йылға пенсияны индексациялау ҡаралған. Был хаҡта «Российская газета» баҫмаһы Рәсәйҙең Пенсия фондына һылтанма менән хәбәр итә.
Әйтәйек, рәсәйҙәрҙең пенсияһы айына бер мең һумға арта. Түләү, былтырғы кеүек үк, законда билдәләнгән ваҡыттан бер ай алдараҡ – 1 февралдә түгел, ә 1 ғинуарҙа индексациялана.
2020 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән рәсәйҙәрҙең уртаса пенсияһы айына 16 400 һум була. Илдә 40 миллион кешегә өҫтәмә түләнә.
2020 йылдың 1 апреленән, пенсионерҙың йәшәү минимумы кимәленә ярашлы, дәүләт тәьминәте буйынса пенсия 7% индексациялана. Рәсәйҙә эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән 4 миллион пенсионерға ошондай пенсия түләнә.
2020 йылдың 1 февраленән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының айлыҡ аҡсалата түләүе һәм аҡса эквиваленты 3,8% арттырыла. Был 15 миллион гражданға ҡағыла.
Читайте нас: