11:57 (UTC+5), 03 Декабрь 2019

Башҡортостанда органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса бик күп операциялар яһалған

ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостанда трансплантация үҫеше тарихында тәүге тапҡыр органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса 50-нән ашыу операция яһалған, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса беренсе операция 1996 йылда эшләнгән. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда бөтәһе 468 бөйөр күсереп ултыртылған.
«2019 йыл йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса ла рекордлы булды, — тип билдәләнеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Быйыл өс-дүрт урынына, ете операция яһалған».
Әлеге ваҡытта Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында һәм Республика балалар клиник дауаханаһында - бөйөрҙө, бауырҙы, ә Республика кардиология үҙәгендә йөрәкте күсереп ултыртыу операциялары яһала.
«Бөгөн 155 пациент яңы бөйөр көтә. Башҡортостанда бөтәһе 1,2 меңдән ашыу кеше алмаштырыусы бөйөр терапияһында. Әле 66 кеше – бауырҙы, 22-һе йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһына сиратта тора. Бынан тыш, ашҡаҙан аҫты биҙен күсереп ултыртыуға ла сират бар. Хәҙер унда 21 пациент», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика