05:25 (UTC+5), 02 Декабря 2019

Рәсәйҙә йәшәү өсөн мөһим өс дарыу наркотиктарға тиңләштерелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙә 1 декабрҙән көслө тәьҫирле препараттарҙың исемлеге киңәйтелде. Уға өс аптека дарыуы өҫтәлде. Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев 7 июндә үк тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Көслө тәьҫир иткән матдәләр исемлеге өс препарат менән тулыланды. Улар – прегабалин, тапентадол һәм тропикамид. Улар йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙар исемлегенә инә, ләкин йыш ҡына наркотиктар булараҡ ҡулланыла.
РИА Новости хәбәр итеүенсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, был дарыуҙар 2013 йылдан популярлыҡ яулай башланы: улар менән сауҙа итеү 20 тапҡырҙан ашыуға артты. Тәүҙә уларҙы мөҙҙәтһеҙ рецептар буйынса һаттылар, ләкин 2015 йылдан бер тапҡыр яҙылған рецептар буйынса ғына бирә башланылар.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 234-се «Һатыу маҡсатында көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше» статьяһында наркотик йәки психотроп булмаған көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙе рөхсәтһеҙ әҙерләгән, эшкәрткән, һатып алған, һаҡлаған, ташыған, шулай уҡ законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Закон боҙоусыларға һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм 200 мең һумғаса штраф янай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика