12:33 (UTC+5), 02 Декабрь 2019

Өфө почтамты Ҡыш бабайға хаттар ҡабул итә башланы

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө почтамтында Ҡыш бабайға хаттар өсөн яңы йыл почтаһы эшләй башланы. Яңы йыл байрамдары тамамланғансы махсус биҙәлгән почта йәшнигенә теләк яҙылған хат төшөрөргә мөмкин.
«Хат тылсымлы адресатҡа барып етһен өсөн конверт тышына «162340, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, Ҡыш бабай почтаһы» тип яҙырға һәм марка йәбештерергә кәрәк», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Махсус почта йәшнигенә Хат ташыусы Печкин һәм Ҡыш бабай төшөрөлгән, шулай уҡ алыусының аныҡ адресы яҙылған.
Ҡыш бабайға хаттар һәм открыткалар көн һайын ҡышҡы тылсымсының резиденцияһына ебәрелә. Мәҫәлән, уҙған йылда ғына Рәсәй почтаһы Бөйөк Устюг ҡалаһына балаларҙың һәм өлкәндәрҙең иң изге хыялдары яҙылған 200-ҙән ашыу хат тапшырған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика