08:30 (UTC+5), 02 Декабря 2019

Башҡортостанда шәхси пассажир ташыусыларҙы терминал менән файҙаланырға мәжбүр итәләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда шәхси пассажир ташыусыларҙы терминал менән файҙаланырға мәжбүр итәләр. Был мәсьәлә 2 декабрҙә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡаралды.
Бынан алда Башҡортостанда шәхси ташыусыларға ҡулаҡса ҡабул иткән өсөн яуаплылыҡ кисектерелгәйне.
«Беҙ юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ ҡабул итһен өсөн шәхси ташыусыларға административ баҫым яһайбыҙ. Санкциялар йәһәтенән федераль закон 2020 йылдың 1 июленән эшләй башлай», — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Хәҙер шәхси ташыусыларҙың 99% касса техникаһын файҙаланмай. Терминал булһа ла, ул йыш ҡына тоташтырылмаған.
«Беҙгә, ниндәйҙер мәғәнәлә, халыҡ менән бергә түҙергә тура килер. Шәхси ташыусыларға иплерәк булырға, уларҙы яйлап күсерергә кәрәк. Беҙҙең бурыс – ваҡыт үткәс, 1 июлдән, штраф һалыуҙары тураһында һөйләү. Штрафтың күләме ҙур – 30 мең һум, йәғни улар үҙҙәренең айлыҡ хеҙмәт хаҡын шунда ҡалдыралар», — тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ташыусыларҙы терминал ҡулланырға мәжбүр иткән закон проектын әҙерләгән. Ведомство рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, законға төҙәтмәләр ташыусыларҙың юл хаҡы өсөн түләгәндә контроль-касса техникаһын ҡулланырға тейешлеген күҙ уңында тота. Ошо талаптар үтәлмәгән осраҡта, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ташыусыларға бирелгән таныҡлыҡты ғәмәлдән сығарыу тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Шулай уҡ закон кимәлендә билетһыҙ йөрөгән пассажирҙарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу механизмы әҙерләнә.
Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, ташыусыларға юл өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә әҙерләнеүгә оҙаҡ ҡына ваҡыт бирелә. Бынан тыш, Радий Хәбиров пассажирҙарға ҡарата санкцияларға ҡағылышлы төҙәтмәләрҙе яңынан ҡарарға ҡушты. Транспорт системаһында тәртип урынлаштырмайынса, пассажирҙарға штраф һалыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика