09:52 (UTC+5), 29 Ноября 2019

Хеҙмәт министрлығы: быйыл 31 декабрь ял көнө тип иҫәпләнмәй

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йылдың һуңғы көнө ял тип иҫәпләнмәй. Хөкүмәт ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарҙарҙы алдан ҡабул итә, тип билдәләне ведомство башлығы Максим Топилин. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.
Уның һүҙҙәренсә, хәҙер һәр эш биреүсенең 31 декабрҙе ял көнө итеү хоҡуғы бар. «Хөкүмәт ял көндәрен киләһе йылға күсереү тураһында ҡарарҙы, ғәҙәттә, октябрҙә ҡабул итә. Был бөтәһе лә үҙ графиктарын төҙөһөн өсөн эшләнә», — тип аңлатты министр.
Ҡануниәткә ярашлы, 31 декабрҙә эштән бер сәғәткә алдараҡ сығырға мөмкин, сөнки иртәгәһенә — байрам.
Бынан алда «Башинформ» ЛДПР депутаттарының 31 декабрҙә ял итеү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индереүен хәбәр иткәйне. Документҡа аңлатмалы яҙыуҙа билдәләнеүенсә, 31 декабрҙә хеҙмәткәрҙәр, Яңы йылға әҙерләнеү сәбәпле, үҙҙәренең эшен тулы күләмдә башҡармай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика