05:54 (UTC+5), 29 Ноября 2019

Башҡортостанда республиканан ситтә уҡыған студенттарға ярҙам программаһы булдырыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда республиканан ситтә уҡыған студенттарға ярҙам программаһы булдырыла. Атап әйткәндә, йыл һайын Башҡортостан студенттарының осрашыуҙарын ойоштороу, шулай уҡ «Үҙ-ара ярҙам кассаһы»н булдырыу күҙаллана. Республикабыҙҙан ситтә йәштәргә ярҙам итеүҙең яңы форматтары тураһында «Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне.
«Бында иң мөһиме уларҙы ҡайтарыу түгел, ә ярҙам күрһәтеү, — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. — Күптәре кире әйләнеп ҡайтмаһа ла, ҡурҡыныс юҡ, был уларҙың яҙмышы. Йәштәр тыуған республикаһы менән эмоциональ бәйләнешен юғалтмаһын».
Башҡортостан етәксеһе ниндәйҙер яңы нәмә уйлап сығарыу мотлаҡ түгел тип билдәләне.
«Тәүҙә «бәлә»нең масштабын баһаларға кәрәк: улар кемдәр, нисәү, ҡайҙа. Был инде муниципалитеттарҙың бурысы, башлыҡтар беҙгә уҡыуҙы тамамлаусылар менән эшләү варианттарын һәм алымдарын тәҡдим итһен», — тип әйтте республика етәксеһе.
Шул уҡ ваҡытта ул «Үҙ-ара ярҙам кассаһы»н булдырыу идеяһын тулыһынса хупланы. Өйҙәренән алыҫта йәшәгән йәштәргә финанс ярҙамы, күп булмаһа ла, кәрәк.
«Төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, каникулдар башланды, ә билетҡа аҡса юҡ, шулай килеп сығыуы мөмкин, балалар бит», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Төркиәлә уҡыған ваҡытын иҫенә төшөрҙө һәм Тунис менән миҫал килтерҙе. Йыл һайын Тунистың Бойондороҡһоҙлоҡ көнөндә ил илселеге вәкилдәре үҙҙәренең студенттарын саҡырып һыйлаған.
«Уларҙың ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайтып, беҙгә һөйләгәндәрен әле лә хәтерләйем», — тип өҫтәне Радий Хәбиров һәм Башҡортостандан студенттар ҡатнашлығында ошондай осрашыуҙар форматын әҙерләргә ҡушты.
«Бында йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алырға кәрәк: улар нимә теләй, кемде күрергә теләрҙәр ине. Оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, һыйлау, шулай уҡ концерт йәки дискотека. Мин дә бындай осрашыуға ҙур теләк менән килермен», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика