12:34 (UTC+5), 28 Ноябрь 2019

Икенсе Республика мәғариф форумы сәләмәтлеккә арнала – Башҡортостан Башлығы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә икенсе Республика мәғариф форумы февралдә ойошторола һәм ул балаларҙың һаулығына арнала. Был хаҡта бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Былтырғы форумда төп мәсьәләләр тураһында һөйләшһәк, биш көнлөк уҡыу тураһында ҡарар ҡабул итһәк, икенсе форумды тулыһынса сәләмәтлеккә арнарға тәҡдим итәбеҙ. Минеңсә, был иң яҡшы белгестәрҙе һәм ҡыҙыҡлы спикерҙарҙы йәлеп иткән ҙур ведомство-ара эш булырға тейеш. Әйҙәгеҙ, киләсәк өсөн эшләйек, беҙгә уҡыусылар һәм студенттар диспансеризацияһы менән эшләргә, балаларыбыҙҙың психик һәм әхлаҡи һаулығын нисек һаҡларға кәрәклеген аңлау зарур. Был эшкә ҡушыла башлағыҙ», — тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе кәңәшмәгә килгән министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә.
Ошо йүнәлештә эш алып барыла, тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. «Мәғариф министрлығы менән берлектә мәктәптәрҙең стоматология кабинеттарын тулыһынса яңырттыҡ, был ремонтлауҙы ғына түгел, ә заманса стоматология ҡорамалы менән йыһазландырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Ҡайҙалыр ошондай кабинеттар балаларҙы ҡабул итә башланы ла инде, — тип хәбәр итте министр. — Диспансеризацияға килгәндә, әле Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатнашлығында өс яҡлы эш алып барабыҙ. Уҡыусылар өсөн психотерапия үҙәген булдырыуға, 12-нән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙҙар һәм малайҙарҙың репродуктив сәләмәтлегенә йүнәлтелгән комплекслы программаны бойомға ашырыуға ла ҙур әһәмиәт бирелә».
Максим Забелин шулай уҡ республика етәксеһенең иғтибарын ата-әсәләрҙең күбеһе дәүләт стоматологияһына скептик күҙлектән ҡарауына йүнәлтте.
«Ысынында, мотлаҡ медицина страховкалауы дәүләт программаһы буйынса, хәҙер шәхси клиникаларҙан ҡалышмаған материалдар ҡуябыҙ. Дауалау, иҫкәртеү, тешләнеште төҙәтеү – быларҙың барыһын да эшләйбеҙ. Ошо мәғлүмәтте уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләренә еткерергә кәрәк», — тип мөрәжәғәт итте министр Радий Хәбировҡа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика