11:30 (UTC+5), 28 Ноября 2019

Өфө офтальмологы йәнә көнөнә операциялар һаны буйынса Рәсәй рекордын ҡуйҙы

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының икенсе микрохирургия бүлексәһе мөдире, офтальмохирург Ренат Ҡаҙаҡбаев коллегаһы Гөлнара Исрафилованың рекордын уҙып китте. Яңауыл үҙәк район дауаханаһында белгес бер көндә катарактанан 50 операция эшләгән. Шул рәүешле бер ай элек теркәлгән рекорд хәҙер ете операцияға күбәйҙе.
«Пациенттарға бөтә операциялар ҙа бушлай яһалды, шулай уҡ офтальмохирург та, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ла күп операциялар яһаған өсөн бер ниндәй ҙә матди файҙа алмай. Өҫтәүенә был операцияларҙы сифатлы эшләйҙәр», — тип белдерҙеләр медицина учреждениеһының матбуғат хеҙмәтендә.
Беҙ һан артынан ҡыумайбыҙ, тип билдәләй табиптар. Бындай темп операцияға мохтаждар һанына һәм институтта эштең күп булыуына бәйле. Был офтальмохирургтарҙы республика райондарына оҙаҡҡа командировкаға ебәрергә мөмкинлек бирмәй.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика