08:06 (UTC+5), 28 Ноябрь 2019

«Өфө» аэропортының пассажирҙар ағымы күләме элекке йылдарҙың тарихи максимумын уҙып китте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Өфө» аэропортының пассажирҙар ағымы 3,2 миллион пассажир тәшкил итте һәм элекке йылдар күрһәткестәрен уҙып китте, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
24 ноябрҙә «Өфө» халыҡ-ара аэропортының пассажирҙар ташыу күләме 3,2 миллион пассажир тәшкил итте, был 2018 йылдың дөйөм күрһәткестәренән күберәк.
Аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә бының да тарихи рекорд булып тороуын билдәләнеләр.
Бынан алда «Башинформ» 2019 йылда Башҡортостанда һауа транспортында пассажирҙар ағымының алыҫ араларға йөрөгән тимер юл транспортына ҡарағанда 40 тапҡырға тиҙерәк артыуын хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика