11:56 (UTC+5), 28 Ноября 2019

Башҡортостандан 200 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнән хәрби эшелон составында 200 егет хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Оҙатыу сараһында республика хөкүмәте, хәрби комиссариат, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ буласаҡ һалдаттарҙың туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты.
Поезд Владивостокка тиклем бара. Юлда хәрби эшелонға тағы бер нисә йөҙ кеше ултыра. Бойороҡҡа ярашлы, уларҙың бер өлөшө хәрби хеҙмәт үтеү өсөн Новосибирскиҙа һәм Себерҙең, Алыҫ Көнсығыштың башҡа ҡалаларында төшөп ҡала.
«Бер йыл биҙ тиҙ уҙып китер. Һеҙгә 12 ай буйына лайыҡлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Өйөгөҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ», — тине Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары Рәмил Баһауетдинов.
«Беренсе эшелондан яңы хеҙмәткә алыныусылар Алыҫ Көнсығышта ҡоро ер ғәскәрҙәренә ебәрелә. Дөйөм алғанда, егеттәрҙең күбеһен Көнбайыш хәрби округына оҙаталар. Көҙгө саҡырылыш осоронда Башҡортостандан бөтәһе 5 меңләгән кеше хәрби хеҙмәткә алына», — тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика