10:52 (UTC+5), 27 Ноября 2019

Өфө йәшәү сифаты буйынса Рәсәйҙең 10 ҡалаһы иҫәбенә инде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты рейтингына ярашлы, Өфө йәшәү сифаты буйынса тәүге ун ҡала иҫәбенә инде. Йыл һайын бында Рәсәйҙең йәшәү сифаты юғары булған ҡалалары рейтингы төҙөлә.
2019 йылда рейтингта беренсе урында — Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан. Икенсе урында – Грозный, өсөнсөлә – Төмән. Артабан Краснодар, Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, Севастополь килә. Өфө һәм Кемерово исемлектә һуңғы урындарҙа тора.
Анализ үткәреү өсөн халыҡтан ҡала тормошоноң төрлө яҡтары тураһында фекере менән ҡыҙыҡһынғандар. Улар юлдарҙы хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү, йәмәғәт транспорты һәм юл полицияһы менән шөғөлләндәрҙең эше хаҡында һөйләгән. Шулай уҡ мәғарифтың һәм мәҙәни инфраструктураның үҫешенә, торлаҡ фондының торошона һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы фекерҙәр ҙә иҫәпкә алынған. Урындағы властарҙың эше, медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты һәм ҡалалағы хәлгә дөйөм баһа ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә һәр йүнәлеш буйынса айырым рейтингтар, шулай уҡ ҡалаларҙың йәшәү сифаты буйынса дөйөм рейтингы төҙөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика