08:42 (UTC+5), 27 Ноябрь 2019

Өфөлә Ватан Геройҙары көнөнә арналған саралар ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө 9 декабрҙә билдәләнгән Ватан Геройҙары көнөн байрам итеүгә ҡушыла. Иҫтәлекле дата Рәсәй империяһының юғары хәрби наградаһы – Изге Георгий орденын булдырыу менән бәйле. Был көндә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр, геройҙарҙы иҫкә алалар.
6 декабрҙә Башҡортостанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тәҡдиме менән Ватан Геройҙары көнөнә бағышланған округ сараһын үткәреү күҙаллана.
Тантаналарҙа Волга буйы федераль округынан Ватан Геройҙары һәм һәләк булған (үлгән) Ватан һаҡсыларының туғандары — бөтәһе 100-гә яҡын кеше ҡатнаша.
Өфөлә 6 декабрҙә байрам концерты, Еңеү паркында мемориалдарға сәскәләр һалыу һәм республика башлығы Радий Хәбиров исеменән тантаналы ҡабул итеү ойошторола.
Баш ҡала мәктәптәрендә Ватан Геройҙары ҡатнашлығында батырлыҡ дәрестәре үткәрелә. Абруйлы ҡунаҡтар шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына бара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика