15:28 (UTC+5), 26 Ноябрь 2019

Республикала ашығыс ярҙам табиптары 7 мең һум өҫтәмә ала башлай

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Республикала ашығыс медицина ярҙамында эшләгән табиптар, стажға ҡарап, ай һайын хеҙмәт хаҡына 7 мең һумдан ашыу өҫтәмә ала башлай. 2020 йылдан ашығыс ярҙам фельдшерҙарына – биш, ә водителдәренә өс мең һум түләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн Өфө ашығыс медицина ярҙамы станцияһында уҙған күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә тиҙ ярҙамда эшләгән табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, стажға, эш күләменә һәм башҡа факторҙарға ҡарап, 60 мең һумдан ашыуыраҡ буласағын белдерҙе.
Кәңәшмә башланыр алдынан Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров станцияның эше менән танышты, халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул ителгән диспетчерҙар бүлмәһен ҡараны.
Өфө станцияһының баш табибы урынбаҫары Александр Степанов тәүлегенә баш ҡалала ғына 3000-дән ашыу шылтыратыу ҡабул итеүҙәре, ә йылына Башҡортостан буйынса 4 миллиондан күберәк саҡырыу теркәлеүе хаҡында һөйләне.
Әле бында 03 телефоны буйынса барлыҡ шылтыратыуҙарҙы үҙенә алған берҙәм мәғлүмәт диспетчер хеҙмәтен ойоштороу эше бара. Мәғлүмәт таблоһында һәм махсус картала бөгөн үк ашығыс ярҙам автомобилдәренең бөтә маршруттарын күҙәтергә мөмкин, диспетчерҙар пациенттарҙың маршруттарын билдәләй.
Стәрлетамаҡта ла тағы бер ошондай резерв үҙәк булдырыла. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кәңәшмәлә сығыш яһағанда республикала 57 ашығыс ярҙам бүлексәһе эшләүен, бригадалар һаны шул уҡ кимәлдә ҡалыуын билдәләне. Ләкин кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре бар.
Радий Хәбиров республика артабан да хеҙмәткә тейешле ярҙам күрһәтәсәген әйтте.
«Планлы рәүештә автопаркты яңыртырбыҙ, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтербеҙ, иң ҡатмарлы участкаларҙың береһендә эшләгән медиктарға финанс яҡтан булышырбыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ даими стресс менән бәйле, табиптар һәм фельдшерҙар иң ауыр хәлдәргә сыға, хеҙмәтегеҙҙе баһаларға һәм хөрмәт итергә, киң мәғлүмәт сараларында ошо хаҡта һөйләргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика